Эстәлеккә күсергә

Черногория короллеге

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Черногория короллеге
Краљевина Црна Гора
Kraljevina Crna Gora
Флаг Герб
Флаг Герб

Гимн: «Убавој нам Црној Гори»

Черногория короллеге 1914 йылда
Черногория короллеге 1914 йылда

 
 
1910 — 1916 (1918)
Баш ҡала

Цетине

Телдәр

серб

Дин

Православие

Майҙаны

9 475 км² (1910)
14 442 км² (1912)

Халҡы

500 000 кеше (1914)

Идара итеү формаһы

конституцион монархия (1910—1914)
абсолют монархия (1914—1918)
оккупацияланған дәүләт (1916—1918)

Династия

Петровичтар-Негоштар

Черногория короле
 • 19101921

Никола I

Тарихы
 • 28 август 1910

Черногория кенәзлеген короллек тип иғлан итеү

 • 15 ғинуар 1916

Австро-Венгрия Австро-Венгрия тарафынан оккупациялау

 • 26 ноябрь 1918

Черногория рәсми рәүештә Сербия короллеге составына ингән

 Черногория короллеге Викимилектә

Черногория короллеге (сер. Краљевина Црна Гора, Kraljevina Crna Gora) — Балҡан ярымутрауында 1910 йылдан 1918 (де-факто 1916) йылға тиклем булған дәүләт. Корллектең баш ҡалаһы — Цетине. Дәүләт валютаһы — черногор перперы.

Черногория короллегенең иғлан ителеүе, Цетинье, 1910 йылдың 28 авгусы

1910 йылдың 28 авгусында Цетинье ҡалаһында Черногория кенәзе Никола I Петрович король титулын алған һәм Черногория короллек тип иғлан ителгән.

1912—1913 йылдарҙағы Беренсе һәм Икенсе Балҡан һуғыштары королдең әүҙем эшмәкәрлеге менән билдәләнгән, әммә шулай ҙа артабан короллектең ҡолауының сәбәптәренең береһе лә булып хеҙмәт иткән. Мәҫәлән, Черногория бер нисә территорияларҙы үҙенә ҡушҡан, айырым әйткәндә Сербия ғәскәрҙәре менән бергә 1913 йылдың 30 майында биләнгән Яңы Баҙар (Новопазар) санджагы иҫәбенә киңәйгән. Черногория составына ҙур территорияның инеүе һәм урындағы халыҡтың яңы хужаларҙы хупламауы көрсөккә ҡәтғи аҙым булып хеҙмәт иткән

Шулай уҡ Бөйөк державалар Шкодер ҡалаһын яңыраҡ бойондороҡһоҙлоҡ алған Албанияға биреүҙе талап иткән, шул уҡ ваҡытта был ҡаланы Ғосман империяһынан яулап алыу өсөн Черногорияның юғалтыуҙары яҡынса 10000 кеше тәшкил иткән.

Беренсе донъя һуғышы башынан Черногория короллеге Антантаның союздашы булған. 1916 йылдың 15 ғинуарынан 1918 йылдың октябренә ҡәҙәр короллек Австро-Венгрия тарафынан оккупацияланған.

1917 йылдың 20 июлендә Корфу декларацияһына ярашлы, Черногорияның Сербия короллеге менән ҡушылыуы иғлан ителгән. 1918 йылдың 26 ноябрендә Черногория рәсми рәүештә Сербия короллеге составына кергән. Бының менән риза булмағандар, айырым атағанда ҡолатылған король Никола яҡлылары, бер нисә йыл дауамында партизан ҡаршылығын дауам иткән.

Черногория Король судының флагы